2-се Төркмән ауылы янындағы боронғо зыярат кәртәләнде

1026 0

Моҡас ауыл биләмәһенә ҡараған 2-се Төркмән ауылы янындағы боронғо зыярат, халыҡ көсө менән, 2 көн эсендә кәртәләп ҡуйылды. Шәхси эшҡыуарҙар Рәсулев Радик таҡта, Рәсулев Фәрит сөй-ҡаҙаҡ менән ярҙам итһәләр, ауыл хакимиәте бағаналар бүлеп бирҙе. Өмәлә әүҙем ҡатнашҡан Ғәйнислам Рәсулев, Зөфәр Мөхәммәтшин, Вилюр Зөлҡәрнәйев, Мансур Ишморатов, Ильгиз Ильясов, Рим Хөсәйенов, Марсель Сәғитов, Ингел Ишморатов, Ғүмәр Ғиззәтуллин, Илсур Рәсулев, Әкрәм Шакиров, Данил, Фәнис, Фирзат, Самат Килмөхәмәтовтарға ошо изге, сауаплы эште башҡарып сығыуҙары өсөн ҙур рәхмәт. Һәр яңылыҡты хуплап ҡабул итеп, әүҙем күтәреп алыусы 2-се Төркмән ауылы халҡына һаулыҡ, ғаилә бәхете, берҙәм, татыу булып йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

2- туркменево2-еТуркменево2Турк2туркменево 2-е2Туркменево 2-е